

Башҡортостан йәштәре бик талантлы һәм креатив, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Беҙҙең йәштәр — иң яҡшыһы, улар яҡшы уҡый ҙа, спорт менән дә шөғөлләнә, Ватанды ла һаҡлай. Бөтәһенә лә һаулыҡ һәм уңыштар теләйем, улар ҡасан да булһа республикабыҙ менән идара итергә килер», — тине республика етәксеһе.
Республиканың Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук кисә Өфө йылғаһы буйындағы сараларҙа 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуын әйтте.