

Танылған артист Башҡортостанда тыуған. Юраның бала сағы Күмертау ҡалаһында үткән, ул шунда мәктәп-интернатта тәрбиәләнгән. Бер нисә киң мәғлүмәт сараһы хәбәр итеүенсә, хәҙер унда йырсыға һәйкәл ҡуйырға уйлайҙар. «Башинформ» ҡала хакимиәте башлығы Олег Фроловҡа мөрәжәғәт итте.
— Юрий Шатуновтың үлеме тураһында хәбәрҙе бөгөн төшкө аш ваҡытында ғына ишетттек. Әлегә һәйкәл ҡуйыу тураһында фекер алышмағанбыҙ. Һәр хәлдә, күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштерербеҙ. Бәлки, мемориаль таҡтаташ ҡуйырбыҙ, — тине Олег Фролов.