Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 14:00

Рәсәйҙә льготалы ипотека буйынса ставка 7% тиклем кәметелде

Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса хөкүмәт «Льготалы ипотека» программаһы буйынса процент ставкаһын 9-ҙан 7 процентҡа тиклем төшөрҙө. Программаның ғәмәлдә булыу ваҡыты һәм уның параметрҙары элеккесә ҡалды. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәтенең рәсми телеграм-каналында хәбәр ителә.

Рәсәйҙә льготалы ипотека буйынса ставка 7% тиклем кәметелде
Рәсәйҙә льготалы ипотека буйынса ставка 7% тиклем кәметелде

Субсидияланған кредиттың күләме Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре өсөн – 12 миллион һум, Рәсәйҙең башҡа субъекттары өсөн – 6 миллион һум.

1 майҙан льготалы ставка менән ипотека өсөн кредиттың максималь күләме 30 миллион һәм 15 миллион һумға тиклем арттырылды. Торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгән граждандар 2022 йылдың аҙағынаса ошондай заем алырға мөмкин.

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас в