Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 15:00

Мәскәүҙә «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатунов вафат булған

23 июндә Мәскәүҙә танылған артист, «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатуновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Уға 48 генә йәш булған. Был хаҡта телеграм-каналдар хәбәр итте.

Мәскәүҙә «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатунов вафат булған
Мәскәүҙә «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатунов вафат булған

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ул ашығыс ярҙам автомобилендә йән биргән.Сәбәбе – инфаркт.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, популяр артист Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында тыуған. Ул балалар йортонда үҫкән. «Белые розы», «Седая ночь», «Розовый вечер», «Детство» һәм башҡа йырҙары менән артист илдә киң популярлыҡ яулағайны.

2015 йылда «Звуковая дорожка» премиялар тапшырыу тантанаһында Юрий Шатунов Рәсәйҙең шоу-бизнесын үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн премия алды.

 

Башинформ

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-06-23/m-sk-laskovyy-may-t-rk-m-solisy-yuriy-shatunov-vafat-bul-an-2851641

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в