Новости
21 Июня 2022, 07:10

27 июндә Башҡортостанда «ҡоро закон» ғәмәлдә була

Башҡортостанда 27 июндә — Йәштәр көнөндә «ҡоро закон» ғәмәлдә була, тип белдерҙеләр республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.

27 июндә Башҡортостанда «ҡоро закон» ғәмәлдә була27 июндә Башҡортостанда «ҡоро закон» ғәмәлдә була
27 июндә Башҡортостанда «ҡоро закон» ғәмәлдә була

Республика ҡануниәтенә ярашлы, был көндә алкоголде ваҡлап һатыу тыйыла. Спиртлы продукцияны һатыу кафе, бар һәм ресторандарға ҡағылмай.

Талапты боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә иһә 100-300 мең һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә, шулай уҡ муниципалитеттарҙа һабантуй ойошторолған көндәрҙә лә хәмер һатыу сикләнә.

 
 
Вероника Никитина
 
Фото: Валерий Шахов
 
 
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас