Бүләкләнеүселәр – 1996 йылдың 23 авгусында Анапанан Өфөгә рейс башҡарған «Башҡортостан һауа юлдары» авиакомпанияһының Ту-134 экипажы пилоттары. Ҡоштар самолетҡа бәрелгән, ләкин осоусыларҙың ҡыйыулығы арҡаһында фажиғәгә юл ҡуйылмаған. Улар самолетты ергә төшөргән һәм 60-ҡа яҡын пассажирҙың ғүмерен ҡотҡарған. Экипаждың хеҙмәттәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың юллауы буйынса юғары награда менән билдәләнде. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт – «Башинформ» материалында.