Новости
16 Июнь 2022, 05:00

Әгәр һеҙҙең рөхсәттән тыш һеҙҙең исемгә кредит юллаһалар, нимә эшләргә?

Һеҙҙең рөхсәтегеҙҙән тыш һеҙҙең исемгә кредит алһалар, кредит биргән банкҡа йәки микрофинанс ойошмаһына ғариза яҙығыҙ. Килешеү төҙөмәгәнегеҙҙе һәм аҡса алмағанығыҙҙы күрһәтегеҙ.

Әгәр һеҙҙең рөхсәттән тыш һеҙҙең исемгә кредит юллаһалар, нимә эшләргә?Әгәр һеҙҙең рөхсәттән тыш һеҙҙең исемгә кредит юллаһалар, нимә эшләргә?
Әгәр һеҙҙең рөхсәттән тыш һеҙҙең исемгә кредит юллаһалар, нимә эшләргә?

Эске тикшереү үткәреүҙәрен һәм бурысты ҡайтарыуҙы талап итеүҙе туҡтатыуҙарын һорағыҙ. Теркәү үтеү тураһында билдә ҡуйылған ғариза күсермәһе һеҙҙә ҡалырға тейеш.

Ялыуҙы Рәсәй Үҙәк банкыһы порталында интернет-ҡабул итеү аша ла ебәрә алаһығыҙ: cbr.ru/Reception. Был осраҡта проблеманы ентекле һүрәтләргә һәм тулы мәғлүмәт бирергә кәрәк. Банк идентификация процедураһының нисек уҙғарылыуын тикшерергә, шулай уҡ микрофинанс ойошмаһынан аҡса күсерелгән иҫәптең документтарын һәм реквизиттарын һоратып алырға тейеш. Артабан мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәреләсәк, улар мутлыҡ фактын асыҡлай аласаҡ.

Шул уҡ ваҡытта, һеҙ мутлашыу тураһындағы ғариза менән полицияға йәки заем килешеүен ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу тураһындағы дәғүә менән судҡа үҙаллы мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас