

- коммерцияға һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмалар өлкәһе вәкилдәре, әүҙем граждандар, республика һәм урындағы власть органдары, бизнес-берләшмә араһында диалог булдырыу,
- атап үтелгән ойошмаларға грант һәм ресурс ярҙамы мәсьәләләрен тикшереү, коммерцияға ҡарамаған секторға дәүләт ярҙамын камиллаштырыу өсөн асыҡ майҙансыҡ.
Уның сиктәрендә муниципаль берәмектәрҙең иң яҡшы социаль проекттары күргәҙмәһе; Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының һәм республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советының йәмәғәтте ҡабул итеү бүлмәләре, түңәрәк өҫтәлдәр, гражданлыҡ йәмғиәтен һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Шулай уҡ, форум сиктәрендә ЛХР халҡы өсөн гуманитар ярҙам ҡабул итеү акцияһы уҙа.
Үткәреү урыны: «Торатау» конгресс-холы (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2)
Форум тураһында тулыраҡ мәғлүмәт һәм буласаҡ программа менән рәсми сайтта танышырға мөмкин: https://форумнкорб.рф
БР Гражданлыҡ форумында ҡатнашыу өсөн рәсми сайтта 15 июнгә тиклем (ошо көн иҫәпкә алына) теркәлергә кәрәк.
Бәйләнеш өсөн:
forum.nko.rb@yandex.ru
Телефон: +7 (967) 453-92-59
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан