Новости
9 Июнь 2022, 08:00

Ростуризм: Балалар кешбэгы буйынса юлламалар һатыу 15 июндә тамамлана

Юл хаҡының 50 процентына тиклемен компенсациялау программаһы буйынса балалар лагерҙарына юлламалар һатыу 15 июндә тамамлана, тип хәбәр иттеләр Туризм буйынса федераль агентлыҡтан.

Ростуризм: Балалар кешбэгы буйынса юлламалар һатыу 15 июндә тамамланаРостуризм: Балалар кешбэгы буйынса юлламалар һатыу 15 июндә тамамлана
Ростуризм: Балалар кешбэгы буйынса юлламалар һатыу 15 июндә тамамлана

«Йәйгә юлламаларҙың күбеһе һатылған, шуға күрә бер аҙнанан, йәғни 14 июндән 15-нә ҡарай төндә, программа буйынса юлламалар һатыуҙы тамамлайбыҙ», – тине Туризм буйынса федераль агентлыҡ (Ростуризм) башлығы Зарина Догузова.

Быйыл балалар өсөн кешбэк менән юллама һатып алған Рәсәй граждандарының һаны 2021 йыл менән сағыштырғанда икеләтә артҡан, тип өҫтәне ул. Зарина Догузова һүҙҙәренсә, программала ҡатнашҡан лагерҙар 90 проценттан ашыуға тулған, май аҙағына, июнь башына тиклем программа буйынса 550 меңдән ашыу путевка һатып алынған. Быйыл программала лагерҙар 1,5 тапҡырға күберәк – яҡынса 2,1 мең ойошма (был илдәге бөтә балалар лагерҙарының 80 проценты) ҡатнаша.

 
 
Азат Ғиззәтуллин
 
 
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас