Новости
30 Май 2022, 08:00

«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» программаһы буйынса бушлай ниндәй һөнәр үҙләштерергә мөмкин?

Яңынан бушлай уҡыу программаһы буйынса яңы һөнәр алыу өсөн ташлама биреүсе категорияларҙың береһенә инергә кәрәк:

«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» программаһы буйынса бушлай ниндәй һөнәр үҙләштерергә мөмкин?«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» программаһы буйынса бушлай ниндәй һөнәр үҙләштерергә мөмкин?
«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» программаһы буйынса бушлай ниндәй һөнәр үҙләштерергә мөмкин?

- 35 йәшкә тиклемге кешеләр, шул иҫәптән:
* юғары уҡыу йорттарының һәм колледждарҙың һөнәре буйынса эш таба алмаған һуңғы курс студенттары;
* урта һөнәри йәки юғары белеме булмағандар;
* уҡыуын тамамлаған йәки армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, ләкин шунан һуң 4 ай эсендә эшкә урынлаша алмағандар;
* эшен юғалтыу ҡурҡынысы янағандар;
- мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшһеҙ әсәләр;
- 3 йәшкә тиклемге бала ҡарау буйынса отпускыла булған ҡатын-ҡыҙҙар;
- 50 йәштән өлкәндәр.

Ә ниндәй һөнәр алырға мөмкин?
Визажист йәки бухгалтер, кондитер, дизайнер, хатта лаборант - проект Башҡортостанда йәшәүселәргә меңдән ашыу уҡыу программаһы тәҡдим итә.

Нисек яҙылырға?

«Рәсәй эше» порталына күсегеҙ: https://trudvsem.ru/information-pages/support-employm.., артабан – «уҡыуға яҙылырға». Барыһы ла әҙер - һеҙ белем биреү программаһын һайлау мөмкин булған бүлектә.

Кешеләр һәм эшҡыуарлыҡ өсөн ғәмәлдәге барлыҡ ярҙам сараларын Объясняем.РФ порталында табырға мөмкин: https://объясняем.рф/measures

Автор:
Читайте нас