

Һеҙҙе Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был көндә беҙ үҙ эшен уңышлы ойошторған һәм үҫтергән ғәйрәтле, инициативалы, ижади ҡарашлы һәм битараф булмаған кешеләрҙе тантаналы тәбрикләйбеҙ. Бөгөн Ишембайҙың бәләкәй һәм урта бизнесы муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрә, уны яңы эш урындары менән тәьмин итә һәм һалым керемдәрен арттыра.
Эшҡыуарлыҡ үҫеше – оҙайлы стратегик мәсьәләләрҙең береһе. Ишембайҙа ла, илдә һәм республикалағы кеүек үк, уңайлы, эшлекле мөхитте ойоштороу өсөн күп нәмәләр башҡарыла. Бизнес-ойошмаларҙың уңышлығы эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренән, атап әйткәндә, уларҙың идаралыҡ итеүгә, технологик инновацияларҙы ҡулланыуға әҙерлегенән, заманса тауарҙар етештереүҙәренән һәм сифатлы хеҙмәтләндереүҙәренән тора.
Муниципаль райондың бөтә эшҡыуарҙарына ниәттәренең бойомға ашыуын, тотороҡлоҡ, яңы ҡыҙыҡлы проекттар, уңыш һәм именлек теләп ҡалам!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан