Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2022, 15:30

Ҡатын биш ирҙе яндырырға иткән...

"Һин бында артыҡһың!" - тигәс...

Ҡатын биш ирҙе яндырырға иткән...
Ҡатын биш ирҙе яндырырға иткән...

Кушнаренко ауылының Раздольный урамында шәхси йорт янып китә. Үтеп барған кешеләр тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре сыға.

Янғынды һүндергәс, унда ике кешенең үле кәүҙәһе табыла. Улар 68 йәшлек йорт хужаһы һәм 50 йәшлек танышы булып сыға. Ирҙәр һөрөм газынан ағыуланған. Шулай уҡ был йортта булған тағы өс ир ағыуланыу билдәләре менән дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Береһе хәлде һөйләп биргән.

Уның һүҙҙәренсә, йортта биш ир бергәләп иҫерткес эсемлектәр эскән. Тәүҙә улар менән хужаның 68 йәшлек өйҙәш ҡатыны ла булған. Тик бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ирҙәр уны “һин бында артыҡ” тип ҡыуып сығарған. Ҡатын соланда нимәлер эшләгән дә ҡайҙалыр киткән. Ирҙәр иһә тағы әҙерәк эскән дә йоҡларға йыйына башлаған. Шул саҡта илап бөткән ҡатын кире инеп янарға тотонған. Иҫерек ирҙәр уның һүҙҙәренә иғтибар итмәй, йоҡлап киткән.

Бер заман ирҙәрҙең береһе әсе төтөн еҫенә уянып киткән. Ике әшнәһен генә уята алған, ҡалғандары тормаған. Өсөһө яна башлаған йорттан сыҡҡан. Икәүһе һәләк булған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре бының махсус яндырыу булыу ихтималлығын аңлаған һәм 68 йәшлек ҡатынды тапҡан.

Пенсионерка әйтеүенсә, был ирҙәр һәр ваҡыт уларҙың өйөндә булған, әйтерһең, бергә йәшәгәндәр. Ҡатынға гел һәммәһенә ашарға әҙерләргә тура килгән. Шуға күрә, ирҙәр уны ҡыуғас, үпкәләп, соланға сығып оҙаҡ итеп илаған, аҙаҡ тышта йөрөп килергә, тынысланырға теләгән. Тик асыуын баҫа алмай, кире инеп, тағы әрләшкән. Тегеләре уға иғтибар итмәгәс, соланға сығып диван япмаһына ут төрткән. Бынан һуң апаһына киткән.

Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатынға был уйланмаған ҡылығы өсөн төрмә янай...

 

 

Фото: Эске эштәр министрлығы.

Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-05-20/atyn-bish-ir-e-yandyryr-a-itk-n-2812583

Ҡатын биш ирҙе яндырырға иткән...
Ҡатын биш ирҙе яндырырға иткән...
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: