Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 16:00

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы: һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатыу тыйыла

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында республика райондарында һабантуйҙар уҙғарылған ваҡытта хәмер менән сауҙа итеүҙең тыйылыуы хаҡында белдерҙеләр.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы: һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатыу тыйыла
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы: һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатыу тыйыла

Был сикләү Башҡортостан Республикаһы 414-з Законының 6.2-се статьяһына ярашлы ғәмәлдә, тыйыу дөйөм туҡланыу хеҙмәттәре күрһәткәндә спиртлы эсемлектәр һатыуға ҡағылмай.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ байрамдары графигын раҫлауын хәбәр иткәйне, тәүгеһе 27 майҙа Йылайыр районында ойошторола.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: