Новости
16 Май 2022, 07:00

Республика аграрийҙарына 9,5 миллиард һумлыҡ льготалы кредит бирелә

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан аграрийҙарының дөйөм суммаһы 9,5 миллирад һумлыҡ льготалы кредитҡа 298 ғаризаһын хупланы. Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында уҙған кәңәшмәлә хәбәр иттеләр.

Республика аграрийҙарына 9,5 миллиард һумлыҡ льготалы кредит биреләРеспублика аграрийҙарына 9,5 миллиард һумлыҡ льготалы кредит бирелә
Республика аграрийҙарына 9,5 миллиард һумлыҡ льготалы кредит бирелә

Шулай итеп, республика ауыл хужалығы предприятиеларының льготалы кредитҡа ихтыяжы тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде. Аграрийҙарҙың әүҙем рәүештә яңы техника һатып алыуы һөҙөмтәһендә республикала, ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, сәсеү кампанияһының юғары темпы һаҡлана, Башҡортостанда сәсеү күрһәткесе тәүлегенә 130 мең гектарға тиклем артты.

Һөт заводтары һәм һөт эшкәртеү менән шөғөлләнгән бәләкәй предприятиелар ҙа льготалы кредиттан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә, бүленгән аҡсаны улар төргәктәр һатып алыуға йүнәлтә ала. Шулай уҡ ит комбинаттары, ит сеймалын эшкәрткән предприятиелар ошо маҡсатҡа кредит алырға мөмкин.

 
 
Роман Якимчук
 
 
Фото редакция архивынан
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас