Новости
11 Май 2022, 10:00

Июндә Башҡортостан халҡын йәнә оҙайлы ялдар көтә

Май байрамдары тамамланды, киләһе оҙайлы ялдар — июндә.

Июндә Башҡортостан халҡын йәнә оҙайлы ялдар көтәИюндә Башҡортостан халҡын йәнә оҙайлы ялдар көтә
Июндә Башҡортостан халҡын йәнә оҙайлы ялдар көтә

Роструд мәғлүмәттәре буйынса, 11- 13 июндә рәсәйҙәрҙе, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәүселәрҙе сираттағы оҙайлы ялдар көтә. 12 июндә илдә Рәсәй көнө билдәләнә.

Байрам йәкшәмбегә тура килгәс, ял көндәре шәмбе, 11 июндән, дүшәмбе, 13 июнгә тиклем дауам итә. Артабанғы эш аҙнаһы дүрт көнлөк — 14-17 июнь.

Илебеҙҙә киләһе оҙайлы ялдар — Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан 4-6 ноябрҙә.

 

Башинформ

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-05-11/iyund-bash-ortostan-hal-yn-y-n-o-ayly-yaldar-k-t-2798944

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас