

Хәҙер шиханға тиҫтәләрсә һуҡмаҡ илтә, әммә уларҙың барыһы ла тиерлек Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр аша үтә. Ял көндәрендә тауға меңгә яҡын кеше артыла. Шихандың флораһын һәм фаунаһын һаҡлап ҡалыу өсөн белгестәр уңайлы экомаршрут әҙерләгән. Уның дөйөм оҙонлоғо — 5,65 саҡрым, ә баҫҡыс — 402 метр, тирә-яҡты күҙәтеү һәм ял итеү майҙансыҡтары бар.
Экобаҫҡыс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән бында танышырға мөмкин.
Башинформ
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-28/toratau-a-ba-ys-alyu-a-erlek-bashlandy-2787289