Новости
25 Апрель 2022, 09:00

Радий Хәбиров шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙеРадий Хәбиров шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе

«Ял көндәре әүҙем үтте. Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ағастар ултырттыҡ. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 85 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Шуның 14 меңдән ашыуы, алдан һөйләшкәнсә, бейеклеге 2,5 метрға еткән ағастар. Башлыса тематик аллеялар ултырттыҡ. Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ғәҙәттә йылына ике тапҡыр уҙғарыла, экологик проекттың яҙғы этабы 23 апрелдә башланды, 10 майҙа тамамлана. Беҙҙең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында белдереүҙәренсә, акцияла 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Республикабыҙ хаҡында хәстәрлек күргән һәр кемгә рәхмәтлемен. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм уңышлы аҙна теләйем!», — тип яҙҙы ул.

 

Башинформ

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-25/bash-ortostan-bashly-y-radiy-h-birov-sh-mbe-m-end-atnash-andar-y-bary-yna-la-r-hm-t-belder-e-2783129

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан

Радий Хәбиров шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров шәмбе өмәһендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас