Новости
20 Апрель 2022, 05:00

Рәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлай

Был хаҡта Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

Рәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлайРәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлай
Рәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлай

Рәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлай. Илдең мәғариф министры Сергей Кравцов ошо турала белдерҙе.

«Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Мәктәптәрҙә тарихи белем биреүҙе беренсе кластан уҡ башларға тигән ҡарар ҡабул иттем», —  тине Кравцов «Хәҡиҡәттә — көс!» бөтә Рәсәй мәктәп тарихи форумында.

Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә был  фән бишенсе кластан өйрәнелә.

 

 

Автор:Альмира Давлетбаева
 
Фото: Валерий Шахов
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас