Новости
20 Апреля 2022, 16:00

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ — Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы халыҡҡа 2022 йылдың май айында байрам көндәре тураһында хәбәр итте.

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ — Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығыМай байрамдарында нисек ял итәбеҙ — Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы
Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ — Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, Еңеү көнө уңайынан биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрель, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 май ял һәм байрам көндәре булып тора. Шул уҡ ваҡытта 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш көнө ҡыҫҡармай.

«Алты көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3 һәм 8, 9, 10 май — ял көндәре. Ураҙа байрамы ял көнөнә, 2 майға тура килә. Шуға күрә алты көнлөк эш аҙнаһында 2 майҙағы ял көнө шишәмбе 3 майға күсерелә», — тип белдерҙеләр республика Хеҙмәт министрлығында. Шәмбе 30 апрелдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, ә шәмбе 7 майҙа — ҡыҫҡармай.

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2 һәм 9 майҙағы байрам көндәре отпускының календарь көндәренә  индерелмәй.

 
 
Галина Бахшиева
 
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы
 
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас