Новости
12 Апрель 2022, 08:00

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо апрель уртаһына тиклем һаҡлана

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо 20 апрелгә тиклем һаҡлана. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 11 апрелдән 20-нә тиклем республикала уртаса һауа температураһының норманан 4 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо апрель уртаһына тиклем һаҡланаБашҡортостанда аномаль йылы һауа торошо апрель уртаһына тиклем һаҡлана
Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо апрель уртаһына тиклем һаҡлана

Бөгөн, 12 апрелдә, термометр бағанаһы 17 градусҡа тиклем күтәрелә. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ республиканың көньяҡ-көнсығышында бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын.

Шаршамбы, 13 апрелдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.

14 апрелдә көндөҙ һауа +19 градусҡаса йылына, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

 

Башинформ

Фото: https://vk.com/savebuzhatau

 

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас