

Ғәҙәттәгесә, информатикаға һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларына (23%), биологияға (20,3%), физикаға (19,7%), химияға (17,9%), тарихҡа (12,3% ) ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ун беренсе класс уҡыусылары урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн рус теленән һәм математиканан имтихан тапшырырға тейеш. Уҡыусылар база йәки профиль кимәлендәге математиканы һайларға мөмкин.
2022 йылда берҙәм дәүләт имтиханы өс осорҙа уҙғарыла:
ваҡытынан алда — 21 марттан 15 апрелгә тиклем;
төп — 26 майҙан 2 июлгә тиклем;
өҫтәмә — 5-20 сентябрҙә.
Башинформ
Фото "Восход" гәзите архивынан