Новости
6 Апреля 2022, 10:00

Май башында республикала ковидтың яңы тулҡыны башлана

Вирусологтар фаразы буйынса, май уртаһында коронавирустың сираттағы тулҡыны («стелс-омикрон») башланыуы ихтимал. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта министр урынбаҫары Ирина Кононова ошо хаҡта белдерҙе.

Май башында республикала ковидтың яңы тулҡыны башланаМай башында республикала ковидтың яңы тулҡыны башлана
Май башында республикала ковидтың яңы тулҡыны башлана

Уның һүҙҙәренсә, республикала коронавирусты иҫкәртеү буйынса эш алып барыла, ләкин яңыраҡ ғәмәлдән сығарылған сикләүҙәрҙең ҡабаттан индерелеүе мөмкин (социаль арауыҡты һаҡлау, битлек кейеү).

«Яңы тулҡын еңелерәк үтер тип уйлайбыҙ, сөнки ҡояш әүҙем, ҡала ситендәге участкаларҙа ҡыҙыу эш осоро», — тип билдәләне Кононова. Республикала тейешле дарыуҙар запасы, яңы инфекция госпиталдәре бар, тине ул. Ирина Кононова республикала йәшәүселәргә ҡала ситендә геморрагик биҙгәктән, талпан энцефалитынан һаҡланырға кәңәш бирҙе.

 

Башинформ

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас