Новости
29 Март 2022, 04:00

Республикала яҙғы баҫыу эштәренең 15 апрелдә башланыуы ихтимал

15 апрелдә республика аграрийҙары баҫыуға сығырға һәм яҙғы баҫыу эштәрен башларға тейеш, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Республикала яҙғы баҫыу эштәренең 15 апрелдә башланыуы ихтималРеспубликала яҙғы баҫыу эштәренең 15 апрелдә башланыуы ихтимал
Республикала яҙғы баҫыу эштәренең 15 апрелдә башланыуы ихтимал

Уның һүҙҙәренсә, быйыл аграрийҙар етен, кукуруз, ҡарабойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү майҙандарын арттырырға ниәтләй. Быйыл иген баҫыуы 1,7 миллион гектар була.  47 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү планлаштырыла, был 1,8 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө алырға мөмкинлек бирергә тейеш. Унан 301 мең тонна шәкәр ҡомо етештерергә мөмкин, был инде ике йыл ярымға етерлек запас. Йәмғеһе 18 муниципаль район шәкәр сөгөлдөрө менән шөғөлләнә.

 

Башинформ

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас