

Автомобиль юлдарында 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе, шулай уҡ ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Бынан тыш, епшек ҡар, ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел иҫкән ваҡытта электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәңәш бирә. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Водителдәргә алыҫ юлға сыҡмай торорға кәрәк. Юлда иғтибарлы булырға, автомобилдәр араһында арауыҡты, тиҙлек режимын үтәргә, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм хәүефһеҙ уҙыу ҡағиҙәләре тураһында онотмаҫҡа кәрәк.
Башинформ