Новости
22 Март 2022, 06:00

Башҡортостанға яҙ килә: +3 градусҡаса йылыта

Башгидрометүҙәк алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Башҡортостанға яҙ килә: +3 градусҡаса йылытаБашҡортостанға яҙ килә: +3 градусҡаса йылыта
Башҡортостанға яҙ килә: +3 градусҡаса йылыта

Ведомство белдереүенсә, алдағы көндәрҙә республикала әкренләп йылыта башлай.

22 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4,-9, айырым райондарҙа -14°, көндөҙ -2, +3°.

23 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4,-9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ +3,-2°.

24 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4,-9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ +3,-2°.

 

Башинформ

Илья Кузнецов фотоһы

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас