

«Эпидемиологик хәл тотороҡланғас, Рәсәй тимер юлдары поездарында һәм вокзалдарында ғәмәлдәге сикләүҙәр әкренләп бөтөрөлә. Мәҫәлән, поезда барғанда пассажирҙарҙың температураһын үлсәргә, шулай уҡ уларға вагон-бистроларҙа, вагон-ресторандарҙа битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәрәкмәй», — тип билдәләнеләр Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәтендә.
Шул уҡ ваҡытта күсмә составты һәм вокзалды дезинфекциялау эштәре дауам итә.