

Унан һуң көҙ мәшәҡәттәре, сағыу Яңы йыл каникулдары... Ҡайҙа ашығабыҙ? Нимә артынан сабабыҙ? Ни өсөн туҡталып, саф һауа һулап, ләззәтлек кисерә белмәйбеҙ?.. Тынлыҡҡа ҡолаҡ һалып, көндәлек тауыш, шау-шыуҙан ял итмәйбеҙ... Ваҡыт былай ҙа ашыға... таң ата ла, кис була, эш аҙнаһы башлана ла, иртәгә йәнә дүшәмбе, тип, ял итергә лә өлгөрмәй эшкә сабабыҙ...
Кеше, туҡта! Тирә-йүнеңә күҙ һал!.. Яныңда яратҡаның, балаларың, йорт ҡураң, аҙна буйы йыйылып уҡылмаған матбуғат баҫмалары, шахмат, баяның көтөп, туҙанланып ултыра... Яйлап ҡына мунса ин!.. Ғаиләңде тәбиғәт ҡосағына алып сыҡ!..
Ваҡыттың ҡәҙерләһәк - сәләмәт булырбыҙ, ҡартаймаҫбыҙ, үҙебеҙҙе бәхетле тойорбоҙ.
Фото: https://pixabay.com/ru