Новости
4 Марта 2022, 07:30

Республикала һауа торошо боҙола

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә, тип иҫкәртте синоптиктар.

Республикала һауа торошо боҙолаРеспубликала һауа торошо боҙола
Республикала һауа торошо боҙола

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус була. Республиканың таулы райондарында 7 градусҡаса йылыта.

5 мартта синоптиктар төндә бер аҙ, көндөҙ епшек ҡар яуыуын, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуын фаразлай. Буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, иртән һәм көндөҙ көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә -3,-8 градус, көндөҙ +2,-3 градус.

6 мартта епшек ҡар, урыны менән буран, боҙлауыҡ. Төндә сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3,-8 градус, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡынайтыуы мөмкин.

 

Башинформ

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас