Новости
3 Март 2022, 11:00

Радий Хәбиров: Алкин-2 ауылындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркы 1 июндән үк беренсе курсанттарҙы ҡабул итә башлай

Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Алкин-2 ауылындағы элекке хәрби часы биләмәһендә «Патриот» хәрби-патриотик парк төҙөлөшө йылдам бара. Биләмәнең майҙаны – 200 гектар. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш эштәренең барышы менән танышты.

Радий Хәбиров: Алкин-2 ауылындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркы 1 июндән үк беренсе курсанттарҙы ҡабул итә башлайРадий Хәбиров: Алкин-2 ауылындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркы 1 июндән үк беренсе курсанттарҙы ҡабул итә башлай
Радий Хәбиров: Алкин-2 ауылындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркы 1 июндән үк беренсе курсанттарҙы ҡабул итә башлай

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Алкин-2 ауылында элекке хәрби часы биләмәһендә «Патриот» хәрби-патриотик парк төҙөлөшө йылдам бара. Биләмәнең майҙаны – 200 гектар. Бөгөн, 3 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Концепцияға ярашлы паркта «Авангард» уҡыу-методика үҙәге, «Партизан ауылы» тарихи-мемориаль комплекс, ЮНАРМИЯ секторы, уҡыу майҙаны, хәрби техника музейы, ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы, реконструкция зонаһы һәм башҡа объекттар бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығының 2019 йылда Алкин-2 ауылына эш сәфәре барышында элекке хәрби часть биләмәһендә хәрби-патриотик парк булдырыу планы тикшерелгәйне. Уны ойоштороу республика етәксеһенең «2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында»ғы сентябрь указы буйынса йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбенә инде.

Радий Хәбиров кубриктарҙы, уҡыу кластарын һәм башҡа бүлмәләрҙе ҡараны. Эш кәңәшмәһе барышында «Альбит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Сергей Минеев бинаны реконструкциялау барышы хаҡында һөйләне, бөтә эштәр билдәләнгән графикка ярашлы бара, финанслау менән дә проблемалар юҡ, тине ул. Бер сменала уҡытыу, йәшәтеү өсөн элекке казармаға 200 баланы һәм педагогты урынлаштырыу күҙ уңында тотола.

«Әлегә бөтә эштәр график буйынса бара, әммә башҡараһы эштәр күп әле. 1 июндә бында 200 курсанттан торған тәүге төркөм килергә тейеш. Парктың төп бурысы һәм концепцияһы йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙән тыш, бында ғаилә менән килеп, ял итеүгә, хәрби техниканы ҡарауға, «Геройҙар лигаһы»нда ҡатнашыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә лә ҡайтып ҡала», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

2024 йылда «Патриот»та «Авангард» уҡытыу-методика биләмәһендә торлаҡ корпус һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы, шулай уҡ Конгресс-үҙәк, мәсет, ғибәҙәтхана, ат спорты үҙәге, музей-күргәҙмә һәм интерактив зоналар өсөн ябыҡ павильондар төҙөлә.

 

Азат Ғиззәтуллин

Фото: Олег Яровиков

Радий Хәбиров: Алкин-2 ауылындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркы 1 июндән үк беренсе курсанттарҙы ҡабул итә башлай
Радий Хәбиров: Алкин-2 ауылындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркы 1 июндән үк беренсе курсанттарҙы ҡабул итә башлай
Радий Хәбиров: Алкин-2 ауылындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркы 1 июндән үк беренсе курсанттарҙы ҡабул итә башлай
Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас