Новости
1 Март 2022, 15:00

Өфөлә олимпия чемпионы Семён Елистратовтың музейы асыла

Башҡортостандың баш ҡалаһында Семён Елистратов исемендәге шорт-трек үҙәгендә спортсы, олимпия чемпионы һәм ике тапҡыр Олимпия уйындарының бронза призеры музейын булдырырға тәҡдим ителде.

Өфөлә олимпия чемпионы Семён Елистратовтың музейы асылаӨфөлә олимпия чемпионы Семён Елистратовтың музейы асыла
Өфөлә олимпия чемпионы Семён Елистратовтың музейы асыла

Бындай башланғыс менән шорт-трек  мәктәбе директоры Евгений Мельчаков сығыш яһаны.

Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлив һүҙҙәренсә, ҡала хакимиәте был идеяны күтәреп алды һәм Елистратов музейын ойоштороуҙа ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.

Шулай уҡ Өфөнөң физик культура һәм спорт буйынса идаралығы етәксеһенә Шорт-трек үҙәге хеҙмәткәрҙәрен, тренерҙарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.

 

Башинформ

Фото: Валерий Шахов

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас