Новости
28 Февраль 2022, 08:30

Рәсәйҙә алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

Рәсәйҙә алты көнлөк эш аҙнаһы башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттә, аҙнаһына биш көн эшләгәндәр был аҙнала шәмбе, 5 мартта ла эшләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта 5 марттағы эш көнө ҡыҫҡартыла.

Рәсәйҙә алты көнлөк эш аҙнаһы башландыРәсәйҙә алты көнлөк эш аҙнаһы башланды
Рәсәйҙә алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

Ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн илдә хеҙмәт графигында ошондай үҙгәрештәр индерелде.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, оҙайлы эш аҙнаһынан һуң Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан 6 марттан 8-енә тиклем өс ял көнө көтөлә.

5 марттағы эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартыу хеҙмәт хаҡына бер нисек тә йоғонто яһамай, тип билдәләй Газета.Ru.

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас