Новости
25 Февраль 2022, 09:00

"Ҡыҙыу линия"ға шылтыратығыҙ, ярҙам алығыҙ!

2- 3 мартта 10.00-дан 20.00 сәғәткә тиклем «Айыҡ ауыл — 2021» республика конкурсы сиктәрендә ғаиләләге конфликттарҙы хәл итеү һәм иҫкәртеү, көс ҡулланыуҙан зыян күреү, йәберләнеү, айырылышыу мәсьәләләре буйынса 8-800-347-5000 телефоны буйынса тематик «ҡыҙыу линия» эшләйәсәк.

"Ҡыҙыу линия"ға шылтыратығыҙ, ярҙам алығыҙ!"Ҡыҙыу линия"ға шылтыратығыҙ, ярҙам алығыҙ!
"Ҡыҙыу линия"ға шылтыратығыҙ, ярҙам алығыҙ!

Акцияның ойоштороусылары: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Ғаилә» республика ресурс үҙәге, Республика наркология үҙәге.
Республикала йәшәүсе һәр кем башҡорт һәм рус телдәрендә аноним һәм бушлай белгес кәңәше алыу мөмкинлегенә эйә. Әгәр ҙә ниндәйҙер проблема һеҙҙең йәки яҡындарығыҙҙың ғаилә бәхетен генә түгел, ә шәхси именлеген, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя икән, түҙемлек һаҡлап шымып ҡалмағыҙ, шулай булырға тейеш тип уйламағыҙ. Белгестәр һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Ни бары 8-800-347-5000 телефонына шылтыратығыҙ һәм үҙегеҙҙе борсоған бөтә һорауҙарға яуап аласаҡһығыҙ.

Бәхәсте нисек хәл итергә? Конфликттарҙан нисек арынырға? Нисек килешергә, ярашырға? Эскелеккә йәки наркотиктарға бәйлелеккә дусар булған яҡыныңа нисек ярҙам итергә? Башҡаса түҙергә йәки көтөргә ярамаған осраҡта нимә эшләргә? Ғаиләлә көс ҡулланыу ҡорбаны булғанда нишләргә?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға юғары квалификациялы белгестәр: психологтар, ғаилә медиаторҙары, наркологтар яуап бирә.

Шылтыратығыҙ, ярҙам итербеҙ! Аноним һәм бушлай!

Автор:
Читайте нас