Новости
18 Февраль 2022, 13:00

Республикала граждандар сходын үткәреү тәртибе үҙгәрә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын хупланы.

Республикала граждандар сходын үткәреү тәртибе үҙгәрәРеспубликала граждандар сходын үткәреү тәртибе үҙгәрә
Республикала граждандар сходын үткәреү тәртибе үҙгәрә

«Закон проектында ниндәйҙер сәбәптәр буйынса һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡтың яртыһынан ашыуы ҡатнаша алмаһа, тораҡ пунктында граждандар сходын үткәреү тәртибен үҙгәртергә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, ҙур ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың яртыһынан күберәген бер урынға йыйып булмай. Хатта барыһын да һыйҙырырлыҡ бина ла юҡ. Бындай осраҡтарҙа граждандар йыйылышы этаплап уҙғарыла. Бер кеше бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Ҡатнашыусыларҙың яртыһынан ашыуы уның өсөн тауыш бирһә, ҡарар ҡабул ителде тип иҫәпләнә», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Был үҙгәрештәр халыҡҡа урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһарға мөмкинлек бирә, тип билдәләне ул.

 
 
Иван Вавилов
Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас