

Автомобилде подъездар һәм контейнер майҙансыҡтары эргәһенә ҡуйған өсөн штраф ҡаралған, ҡағиҙәне ҡабаттан боҙһаң, штраф ике тапҡыр арттырыла.
БСТ каналының "Сәләм" тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәгенән ошо турала һөйләнеләр.
Һуңғы ваҡытта сүп-сар түгеү графиктарының боҙолоуына дәғүә белдереп, социаль селтәрҙәргә күп яҙалар. Республикаға идара итеү үҙәге анализ эшләп, бының төп сәбәбе ҡар икәнлеген асыҡлаған.
Быйылғы ҡыш ныҡ ҡарлы. Ҡар таҙартырға техника етешмәй, ошо сәбәпле сүп-сар сығарыу графигы боҙола. Төбәк операторҙары контейнер майҙансыҡтарына килеп етә алмай.
Тиҙҙән был проблема хәл ителәсәк тип күҙаллана. Ошо маҡсатта аҡса бүленеп, республикаға заманса ҡар таҙартыу техникаһы алына башланы. Шәмбе дүрт шнекороторлы машина килтерелгән. Һәм бындай техника менән бөтә муниципалитеттар ҙа тәьмин ителәсәк.
Ҡарҙан башҡа йәнә бер проблема бар. Ул - контейнер майҙансыҡтары эргәһенә ҡуйылған автомобилдәр.
Коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эшен хөрмәт итегеҙ, тиҙ ярҙам һәм авария хеҙмәттәре машиналарына ҡамасауламаҫ өсөн, автомобилдәрегеҙҙе махсус майҙансыҡтарға ҡуйығыҙ!
Контейнерҙар һәм подъездар эргәһендә автомобилегеҙҙе ҡалдырмағыҙ – штраф ҡаралған:
айырым граждандар өсөн - 1-2 мең һум,
вазифалы кешеләр өсөн — 5-10 мең һум,
юридик шәхестәр өсөн — 20-30 мең һум,
ҡағиҙәне ҡабаттан боҙған өсөн – ике тапҡыр күберәк.
Ентекле аңлатма - видеола⬇