Новости
15 Февраль 2022, 16:30

Рөстәм Нәбиев тағы ҡайҙа йыйына?

"Минең өсөн махсус ултырғыс яһаясаҡтар. Тиҙҙән..." - тип яҙҙы блогер үҙенең сәхифәһендә. 

Рөстәм Нәбиев тағы ҡайҙа йыйына?Рөстәм Нәбиев тағы ҡайҙа йыйына?
Рөстәм Нәбиев тағы ҡайҙа йыйына?

Танылған блогер, сәйәхәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев Арктиканы өйрәнеүсе "Төньяҡ десанты" экспедицияһында ҡатнашыусылар составында экстремаль сәйәхәткә йыйына. Был хаҡта ул үҙенең Инстаграмында хәбәр итте.

"Минең өсөн махсус ултырғыс яһаясаҡтар. Тиҙҙән Арктика буйынса экспедицияла ҡатнашасаҡмын", - тип яҙған ул. Әле Рөстәм Нижневартовскиҙа.

"Югра" медиахолдингы мәғлүмәттәре буйынса, Рөстәм Нәбиевтең Нижневартовскиҙағы графигы бик тығыҙ, ул ҡала башлығы һәм йәштәр менән осрашҡан. Иртәгә Өфө блогеры менән актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрес үтәсәк, "Беҙ бер күк аҫтында" тигән ижади осрашыуҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ ҡаяға менеү күнекмәләрендә ҡатнашыу һәм Спорт даны скверына барыу планлаштырылған.

"Төньяҡ десанты" экспедицияһының үҙенсәлеге - ҡатнашыусыларҙың ҡаргиҙәрҙә йөрөүе. Һайлан алынған экспедиция маршрутының оҙонлоғо төрлө йылдарҙа 8 мең километрҙан артыҡ тәшкил итә. Экспедиция барышында навигация системаһы тикшерелә, яңы маршруттар һалына, шулай уҡ арктик яр буйының металл ватыҡтарынан һәм көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыуҙы талап иткән бысраныу урындары тураһында мониторинг та үткәрелә.

Рухи яҡтан көслө яҡташыбыҙға Арктиканы ла имен-һау яулауын теләйбеҙ!

 

 

Фото: "Башинформ".

Карима Усманова

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас