

Шулай итеп, Рәсәйҙең конькиҙа йүгереү спорты буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһы Пекиндағы Олимпия уйындарында эҙәрлекләү уҙышында көмөш призер булды.
34 йәшлек Руслан Захаров Сочиҙа үткән Олимпиадала уҡ шорт-тректа Башҡортостан өсөн сығыш яһап, эстафетала алтын миҙал алғайны. Ләкин шунан һуң шорт-трексының карьераһы үҫмәне, шуға ла ул конькиҙа йүгереү спортына күсергә хәл итте. Захаров Пхёнчханға барманы.