Новости
15 Февраля 2022, 12:00

Эдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала өсөнсө бронза миҙал яуланы

Пекиндағы Олимпиадала Рәсәй биатлонсылары йәнә драматик ярыш ойошторҙо. Ир-егеттәр эстафетаһын (4х7,5 саҡрым) Кәрим Хәлили башлап ебәрҙе. Һуңынан уҙышты Александр Логинов һәм Максим Цветков дауам итте.

Эдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала өсөнсө бронза миҙал яуланыЭдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала өсөнсө бронза миҙал яуланы
Эдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала өсөнсө бронза миҙал яуланы

Бөтәһе лә штрафһыҙ тиерлек үтте.

Эстафетаны Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов тамамланы. Ятып атҡанда барлыҡ сәптәргә тейҙерҙе, тик бына баҫып атҡанда һынатты, шуға уға ике штраф түңәрәген үтергә тура килде. Алтын миҙал алыу мөмкинлеген юғалтып, Латипов өсөнсө булып ҡына килде.

Беренсе урында — Норвегия, икенселә Франция спортсылары. 

 

Башинформ

Фото:Рәсәйҙең Олимпия комитеты

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас