Новости
11 Февраль 2022, 10:00

Республикала мәктәп автобусы юл-транспорт фажиғәһенә осраған

Ҡырмыҫҡалы районында 11 февралдә иртән Олокүл — Ҡабаҡ — Һыуыҡ шишмә автомобиль юлының 28-се саҡрымында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Республикала мәктәп автобусы юл-транспорт фажиғәһенә осрағанРеспубликала мәктәп автобусы юл-транспорт фажиғәһенә осраған
Республикала мәктәп автобусы юл-транспорт фажиғәһенә осраған

Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Шишмә районынан 22 йәшлек ҡатын идара иткән «ВАЗ-2114» менән рулдә 47 йәшлек ир ултырған «ПАЗ» мәктәп автобусы бәрелешкән. Машиналар йәмшәйгән. Билдәле булыуынса, салонда пассажирҙар булмаған. Был факт буйынса тикшереү башланған.

 

Башинформ

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Республикала мәктәп автобусы юл-транспорт фажиғәһенә осраған
Республикала мәктәп автобусы юл-транспорт фажиғәһенә осраған
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас