– Беҙҙең бурыс – эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Был саралар йүнселдәргә эшмәкәрлектәрен уңышлы үҫтереүгә булышлыҡ итер, – тип билдәләне Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Истамғәлина.
Бүленгән саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттарын (нацпроекты "Малое и среднее предпринимательство и поддержка предпринимательской инициативы”, “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға, сәнәғәт индустриаль паркттарын булдырыуға һәм үҫтереүгә, үҙмәшғүлдәргә ярҙам итеүгә, эшһеҙ граждандарға һәм эшҡыуарлыҡ алып барырға теләп, өҫтәмә һөнәри әҙерлек үткәндәргә финанс ярҙамға, социаль эшҡыуарҙарға, башлаусы фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперативтарына гранттар биреүгә, экспорт йүнәлешендә эшләгән эшҡыуарҙарға, урман сәнәғәте өлкәһендәге ойошмаларға субсидияларға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа банкттарҙан кредит, микрозаймдар һәм лизингка төп сараларҙы алғанда гарантиялар биреү өсөн инфраструктура ойошмалары активтарын тултырыуға йүнәлтелгән.
– 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдарына милли проекттар менән беркетелгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса һөҙөмтәләргә һәм күрһәткестәргә өлгәшелде. Уларҙың ҡайһы берҙәре арттырып үтәлде. Быйыл Башҡортостан Республикаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға 612 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған, – тип билдәләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Белешмә:
Республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһын ойоштороуға бюджет саралары активтарын йыл һайын бүлеү иҫәбенә төҙөлгән гарантия һәм лизинг фондтары, микрофинанс ойошма, төбәк лизинг компанияһы, венчур фонды, инфестиция тәҡдимдәренә ярҙам фонды, сәнәғәтте үҫтереү фонды иҫәбенә эшҡыуарҙарға төрлө ярҙам саралары алырға мөмкин.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан