Новости
8 Февраль 2022, 15:14

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында балаларҙың коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны нисек үткәреүҙәре хаҡында һөйләнеләр

Башҡортостанда 12-17 йәшлек 2 427 үҫмер яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы «Спутник М» вакцинаһын эшләткән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова һүҙҙәренсә, балалар прививканы яҡшы үткәрә.

«Температура күтәрелеү осраҡтары бик һирәк осрай. Йышыраҡ — урындағы реакциялар. Хәйер, ковидты ла балалар еңелерәк кисерә. Һүҙ социаль дистанция тураһында түгел, ә ауырыу менән бер бүлмәлә үткәрелгән сәғәттәр хаҡында бара. Коронавирустың инкубация осоро бер тәүлеккә тиклем ҡыҫҡарҙы», — тип билдәләне министр урынбаҫары брифингта.

Әйткәндәй, 8 февралгә республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 145 773-кә еткән. Тәүлек эсендә сир йоҡтороуҙың 2 396 осрағы асыҡланған, 308 пациент — стационарҙа, 15 472-һе өйҙә дауалана. Бер тәүлектә коронавирус ҡорбандары 10-ға артҡан.

 

Башинформ

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас