

21 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәүсе егет Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҙур сауҙа комплекстарының береһендә шартлатыу ҡоролмаһы һалыныуы тураһында телефон аша хәбәр иткән. Һатыусылар һәм һатып алыусылар комплекстан тиҙ арала сығарылған. Махсус хеҙмәттәр бөтә комплексты ла тикшереп сыҡҡан, бәхеткә күрә бомба табылмаған. Һатыусыларҙы был шылтыратыу байтаҡ ҡына килемһеҙ ҡалдырған.
Фото: https://pixabay.com/ru