Эксперт һүҙҙәренсә, тенденция ил төбәктәрендәге эпидемиологик күтәрелеш кимәленең төрлө булыуына бәйле.
Алыҫ Көнсығыш федераль университетының Биомедицина мәктәбе профессоры Михаил Селканов хәбәр итеүенсә, сирҙең иң юғары нөктәһе февраль аҙағында — март башында көтөлә.
«Март-апрель айҙарында ла ауырыу осраҡтарының күбәйеүе мөмкин. Йәйгә ҡарай сирлеләр кәмеһә, сентябрь-октябрҙә, йәйге ялдан һуң барыһы лаүҙ коллективында эш башлағас, киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороу хәүефе арта», — тип билдәләне ғалим.
Башинформ