

Үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлаған яҡташыбыҙ, Салауат ҡалаһынан Луиза Хәйруллина бынан ике йыл элек бар илгә танылыу яулағайны. Ул ире Марат менән банктан оҙайлы ваҡыт аҡса урлай, ә тикшереү килеүен белеп ҡалғас, ике балаһын алып республиканан ҡасалар. Ғаиләне айҙан артыҡ бар ил менән эҙләйҙәр, һөҙөмтәлә күрше республикала Ҡазанда табалар.
Һөҙөмтәлә кассир ҡатынды - биш, уның ирен алты йылға төрмәгә ултырттылар. Асыҡланыуынса, урланған аҡсаны ғаилә башлығы уйнап, отоп бөтөргән.
Әле “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Луизаның фатирын бурыстары иҫәбенә һатҡандар. Баҡһаң, уны былтыр октябрҙә арбитраж идарасыһы сауҙаға ҡуйған. Был Луизаны бөлгөнлөккә төшкән тип иғлан итеүҙәрен аңлата.
Майҙаны 34,2 квадрат метр булған бер бүлмәле фатирҙың башланғыс хаҡы 1,5 миллион һум тип ҡуйылған. Сауҙа барышында уның хаҡы артыуы ихтимал. Кемдең, нисә һумға һатып алғаны билдәле түгел. Әйткәндәй, уның ире Мараттың да фатирҙа өлөшө булған.
Фото: "Бәйләнештә".
Альфия Мингалиева