Новости
27 Ғинуар 2022, 18:00

Үҙе китте, йыры ҡалды...

Ҡыҙғаныс, Вәсилә Фәттәхованың ата-әсәһенең дә, һеңлеһенең дә ғүмерҙәре аяныслы өҙөлгән.

Үҙе китте, йыры ҡалды...Үҙе китте, йыры ҡалды...
Үҙе китте, йыры ҡалды...

2016 йылдың 26 ғинуарында меңәрләгән тамашасыһын ҡайғыға һалып, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова 36 йәшендә генә арабыҙҙан китте. Кисә уны иҫкә алыу көнө булды.

Белоретта “Урал” гәзитендә эшләгәндә миңә уның туғаны Ғәлиә Сафонова менән йыш аралашырға насип итте. Ғәлиә апай төрлө көнүҙәк, экология мәсьәләләренә ҡағылышлы мәҡәләләр яҙа ине. Ул Вәсиләнең тормош юлын яҡшы белә, һәр саҡ аралашып йәшәгәндәр, шулай уҡ йырсының ата-әсәһе тураһында күп мәғлүмәттәргә эйә. Түбәндәге ваҡиғалар ҙа уның һөйләгәндәренән алынды.

Вәсилә Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Белорет ҡалаһында Флүзә һәм Рәзиф Фәттәховтар ғаиләһендә тыуған. Әсәһе – ҡаланың 2-се төҙөлөш идаралығында штукатур-маляр, атаһы Белорет металлургия комбинатында водитель булып эшләгән. Вәсиләнең әсәһе сығышы менән Белорет районының Ботай ауылынан.

Вәсилә 1987 йылда ҡаланың 21-се мәктәбенә уҡырға бара, бер йылдан Белорет музыка мәктәбенә йөрөй. Ҡыҙ бик тиҙ пианинола, гармунда уйнарға өйрәнә.

1989 йылдың 6 майында һеңлеһе Әлфиә тыуа, ә 1990 йылдың июлендә Рәзиф Фәттәхов Ағиҙелдә һыу ингәндә батып үлә. Шулай итеп, Вәсилә – ун, Әлфиә бер йәшендә атайһыҙ ҡала. Бар тормош ауырлыҡтары әсәләре иңенә төшә.

“Ауыр, етешһеҙ 90-сы йылдарҙа уға еңелдән булмай. Ул бер ваҡытты ла ҡыҙҙарына ҡаты ҡағылмай, үҙ ыңғайҙарына ҡуя. Шуға ла бындай мөнәсәбәт Вәсиләнең һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ иткәндер”, – ти Ғәлиә апай. Ҡыҙ туғыҙынсы класты тамамлағас, 1995 йылда Учалы музыка мәктәбенә уҡырға юллана.

Ғөмүмән, ғаилә йолаһы буйынса, йыл һайын 31 декабрҙә Фәттәховтарҙа йыйылып, Вәсиләнең тыуған көнөн билдәләр булғандар. 1997 йылда ла улар бер ғаилә булып, яңы 1998 йылды ҡаршылай. Әммә ул йыл ғаилә өсөн ошолай бергә ҡаршылаған һуңғы байрам була.

1998 йылдың 29 октябрендә юл аша сығып барған Флүзәне машина бәрҙерә. Шул алған йәрәхәттәрҙән ул 10 ноябрҙә баҡыйлыҡҡа китә. Вәсилә менән Әлфиә үкһеҙ етем ҡала. Ул саҡта Вәсиләгә уҡып бөтөргә бер йыл ҡалған була, ә һеңлеһе өсөнсө класта белем алған – уны бер йыл атаһының туғаны Рәзиф ҡарай.

Вәсилә 1999 йылда уҡыуҙы тамамлағас, һеңлеһе Әлфиәне алып, Өфөгә юллана. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Шул саҡта уны билдәле йырсы Айҙар Ғәлимов үҙенең төркөмөнә саҡыра. Гастролдәр, концерттар башлана...

Әлфиә музыка мәктәп-интернатында белем ала. Һуңынан Өфө дәүләт финанс училищеһына уҡырға инә. Ҡыҙҙарҙың донъялары теүәлләнгән кеүек булһа ла, ҙур бәхетһеҙлек алда көткән – Әлфиә дүрт кенә көн уҡыуға барып өлгөрә. Дәрестәр тамамланғас, дуҫтары менән дискотекаға сыға һәм Вәсилә апайы алдында йөрәген тотоп йән бирә. Ҡыҙҙы Белоретта ата-әсәһе янында ерләйҙәр.

Ошондай яҙмыш фажиғәләрен үҙ иңендә үткәргәнгә Вәсиләнең йырҙары моңһоу, йөрәккә үтерлек һағышлы булғандыр. Ауыр һынауҙарға бирешмәй, үҙендә йәшәргә көс таба – меңәрләгән тамашасы һөйөүен яулап, ижад юлын дауам итә, ғаилә ҡора һәм матур итеп йәшәргә ынтыла. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенең дә ғүмере ҡыҫҡа булды – аяныслы үлем менән арабыҙҙан китеп барҙы...

Үҙе китте, әммә уның сағыу ижады һәм тамашасыһы, йәндәй күргән ике балаһы һәм тормош иптәше етемһерәп ҡалды. Тыныс йоҡла, Вәсилә...

 

Фото: социаль селтәрҙән алынды.   

Рәмилә Мусина

Үҙе китте, йыры ҡалды...
Үҙе китте, йыры ҡалды...
Үҙе китте, йыры ҡалды...
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас