Новости
27 Января 2022, 09:00

Башҡортостанда китеп барған «Нива»ның пассажиры төшөп ҡалып һәләк булған

27 ғинуарҙа Белорет районындағы трассала үлемесле фажиғә теркәлгән. Республика ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, иртән Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында «Шевроле Нива» китеп барған.

Башҡортостанда китеп барған «Нива»ның пассажиры төшөп ҡалып һәләк булғанБашҡортостанда китеп барған «Нива»ның пассажиры төшөп ҡалып һәләк булған
Башҡортостанда китеп барған «Нива»ның пассажиры төшөп ҡалып һәләк булған

Рулдә – 70 йәшлек ир, пассажир урынында 32 йәшлек ҡатын ултырған.

Бер мәл автомобилдең ишеге асылып киткән дә пассажир осоп төшкән.

«Ҡатын алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән», – тип хәбәр итте юл инспекторҙары.

Тәфтиш бүлеге тикшереү эшен башлаған.

 

Наталья Овчарук

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас