Новости
25 Ғинуар 2022, 13:00

Башҡортостанда ҡарттар йорттары ике аҙнаға карантинға ябыла – оперштаб

Коронавирус йоҡтороу осраҡтарының артыуына бәйле Башҡортостанда ҡарттар йорттары һәм интернаттар ике аҙнаға карантинға ябыла. Бөгөн оператив штабтың сираттағы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостанда ҡарттар йорттары ике аҙнаға карантинға ябыла – оперштабБашҡортостанда ҡарттар йорттары ике аҙнаға карантинға ябыла – оперштаб
Башҡортостанда ҡарттар йорттары ике аҙнаға карантинға ябыла – оперштаб

24 ғинуарҙа республикала коронавирус менән ауырыусылар 350-гә еткән (унан алдағы көнгә ҡарағанда 11-гә күберәк). Пандемия башланғандан алып республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 127 662 кеше тәшкил иткән.

 
 
Азат Ғиззәтуллин
 
Фото: Олег Яровиков
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас