Новости
24 Ғинуар 2022, 07:30

“Киләсәккә планыбыҙ ҙур...”

Өлкән быуын әүҙемселәре тормошонда иҫтәлекле ваҡиға булды.

Иглин районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бына биш йыл инде районда “Беҙҙең киләсәк” ирекмәнлек үҙәге эшләй. Ул үҙенең эшмәкәрлеген Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Ирекмәнлек” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашыра.

Әйткәндәй, үҙәк белгестәре йәштәр менән генә түгел, шулай уҡ “Көмөш ирекмәнлек” йүнәлешендә эш итә. Күптән түгел өлкән быуын әүҙемселәре тормошонда иҫтәлекле ваҡиға булды – уларҙың үҙ логотибы барлыҡҡа килде. Ул киләсәктә ирекмәндәр атрибутикаһында ҡулланыласаҡ. Логотибтың авторы – йәш ғаиләләр менән эшләү буйынса белгес Татьяна Нуреева.

“Беҙҙең “көмөш” ирекмәндәр бик әүҙем һәм энтузиазм менән һуғарылған. Киләсәктә йәш, шулай уҡ өлкән быуын ирекмәндәре менән ҙур эштәр башҡарырға ниәтләйбеҙ, пландарыбыҙ бай”, – тине Татьяна Нуреева.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Лилия Давлетбакова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас