

«Шуға бәйле рейдтар, Өфө — Ырымбур автомобиль юлының 222-се саҡрымында водителдәрҙе тикшереү ойошторола. Төп маҡсат — транспорт ағымында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең иғтибары иҫерек водителдәрҙе һәм башҡа административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бындай саралар автомобиль юлдарында тәртипте һаҡлау һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк.
Башинформ