

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эшсе төркөмдөң тәүге ултырышында шундай һандар килтерҙе. Ултырыш онлайн форматта үтте.
«Шуныһы мөһим: күптәнге башҡорт-ҡаҙаҡ бәйләнештәре, эшлекле етештереү кооперацияһы үҫешә, яңы амбициялы проекттар өсөн шарттар булдыра, беҙ уларға мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, яҡын киләсәктә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған берлектәге проекттар араһынан Башҡортостанда ағасты тәрән эшкәртеү заводы төҙөлөшөн һәм Павлодарҙа «Каустик» базаһында химия кластерын булдырыуҙы билдәләргә мөмкин.
2020 йылда Башҡортостандың 122 ил менән тышҡы сауҙа әйләнешендә Ҡаҙағстан – өсөнсө, ә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында беренсе урынды биләй.
Сауҙа әйләнеше ассортиментында – продукцияның йөҙгә яҡын төрө. Башҡортостан Ҡаҙағстанға нефть продукттары һәм химия сәнәғәте продукттары, гербицидтар, минераль ашламалар, кальцийлы һәм каустик сода, каучук, ағас эшкәртеү продукцияһы, быяла, ҡара металл прокаты, төҙөлөш материалдары, нефть промыслаһы ҡорамалдары, транспорт техникаһы һәм башҡа изделиелар оҙата. Республика ҡорос прокат, минераль ашламалар етештереү өсөн сеймал, ҡорамалдар, он-ярма продукцияһы килтерә.