Новости
17 Ғинуар 2022, 04:15

Республикала дуңғыҙ итен етештереү арта

Был инвестиция проекты республикала өҫтәмә эш урындары булдырыуға ла булышлыҡ итә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2021 йылда республикала сусҡа итен етештереү 93 мең тонна тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта дөйөм күрһәткестә “Таврос” компанияһы предприятиеларының өлөшө 90 проценттан ашыу.

Бынан тыш, алдынғы предприятие быйыл сусҡа итен етештереүҙе 23 тоннаға арттырып, күрһәткесте 100 мең тоннаға тиңләштерергә планлаштыра. Быға “Таврос” компанияһы предприятиеларының 2021 йылда тормошҡа ашырған инвестиция проекттары булышлыҡ итә. “Башҡортостан ит компанияһы” предприятиеһы Бәләбәй районында проект ҡеүәте сусҡаларҙың  тере көйөнсә дөйөм ауырлығы 8 мең килограмға етерлек итеп арттырыуға иҫәпләнгән “Сусҡа үрсетеү һәм һимертеү буйынса малсылыҡ майҙаны” төҙөлөшөн тамамланы. Ә “Урал ит компанияһы” Әлшәй һәм Бәләбәй райондары биләмәһендә сусҡаларҙың тере көйөнсә дөйөм ауырлығы 15 мең тоннаға етерлек мал тотоу ҡеүәтенә эйә заманса сусҡа косплексы төҙөнө.

Шулай итеп, Башҡортостанда сусҡа итен етештереү 23 мең тоннаға артасаҡ һәм ул 2022 йыл аҙағына 116 мең тоннанан артыуы көтөлә, был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, дүрттән бер өлөшкә күп.

Был инвестиция проекты республикала өҫтәмә эш урындары булдырып, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости” национальныые проекты) үтәүгә лә булышлыҡ итә.  

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәмилә Мусина
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас